Все новости
Ҡыуаныслы ваҡиға
12 Августа 2018, 20:31

«БЕР-БЕРЕҢДЕ ТЫҢЛАП ЙӘШӘРГӘ КӘРӘК»

Беҙ һәр ваҡыт иңгә-иң терәшеп, оҙаҡ йылдар бер-береһенә таяныс, татыу ғаилә булып йәшәгәндәргә айырым бер хөрмәт, һоҡланыу менән бағабыҙ. Ғаилә тормошо бит һәр беребеҙ өсөн осһоҙ-ҡырыйһыҙ хеҙмәт һәм һикәлтәле ғүмер юлы. Шул юлдан матур итеп тайпылмай атлаусы өлгөлө ғаиләләребеҙ районда байтаҡ. Бөгөн яҙаһы геройҙарыбыҙ ҙа тап шундайҙарҙан.

Беҙ һәр ваҡыт иңгә-иң терәшеп, оҙаҡ йылдар бер-береһенә таяныс, татыу ғаилә булып йәшәгәндәргә айырым бер хөрмәт, һоҡланыу менән бағабыҙ. Ғаилә тормошо бит һәр беребеҙ өсөн осһоҙ-ҡырыйһыҙ хеҙмәт һәм һикәлтәле ғүмер юлы. Шул юлдан матур итеп тайпылмай атлаусы өлгөлө ғаиләләребеҙ районда байтаҡ. Бөгөн яҙаһы геройҙарыбыҙ ҙа тап шундайҙарҙан.


Зәк-Ишмәт ауылында тыуып үҫеп, һаман да ошонда көн иткән Әхмәт һәм Рабиға Бәшировтарҙың бергә-бергә татыу ғүмер иткәндәренә 60 йыл тулды. Ошо күркәм байрам менән уларҙы ҡотларға ауыл советы хакимиәте хеҙмәткәрҙәре лә ашҡынып килеп еткән. Эльвира Рәшитова менән Гөлбаныу Зәйнәғәбдинова татыу ғаиләгә изге һүҙҙәрен әйтеп, бүләктәр тапшырҙы. «Бик изге күңелле, маҡтаулы, хөрмәтле кешеләр улар. Был ғаиләгә һоҡланмайса ҡарап булмай. Ниндәй генә яҡшы һүҙҙәр әйтһәк тә, улар өсөн аҙ һымаҡ тойола», - тиҙәр улар. Беҙгә лә Бәшировтарҙың ғаиләһе менән яҡындан танышыу форсаты тейҙе.

Әхмәт Әхәт улы менән Рабиға Шәрәфетдин ҡыҙы 4 бала тәрбиәләп үҫтереп, һәр береһенә йорт һалып биреп, аяҡҡа баҫырға ярҙам иткәндәр. Әле лә ярҙамдарынан ташламайҙар. Әлеге көндә икеһе лә 80 йәште ҡыуһалар ҙа, һаман да йәштәр кеүек гөрләтеп донъя көтәләр, ҡош-ҡорт үрсетәләр, баҡса үҫтерәләр. «Ғүмерем буйы тальян гармуным ҡулымдан төшмәне. Ике улымды ер ҡуйынына һалғаны бирле, гармунымды ла ҡулыма алғым килмәй. Бала ҡайғылары ҡыйын. Йөрәк ауырыуы күбәйҙе шул хәҙер. Күптәр китә шуның менән», - тип көрһөнә ғүмере буйы мал эшендә эшләгән Әхмәт олатай. «Ғүмерем эсендә 20-нән артыҡ йорт һалдым. Балаларыма ғына түгел, башҡа яҡташтарыма ла йорт һалыштым. Шулай уҡ кирбестән мейес һалырға өйрәнеп алдым. Элек, ашау ул хәтлем яҡшы булмаһа ла, кешегә эшләргә эш бар ине. Хәҙер эшһеҙлек бөтә ерҙә лә. Эш булмағас, халыҡ та ялҡаулыҡҡа өйрәнеп бөттө. Беҙҙең йәш саҡта эшләргә кеше еткереп булмай ине. Ураҡ ваҡыттарында бер юлы бер нисә эште башҡарырға тура килде. Ярай әле беҙҙең фермерҙарыбыҙ бар. Улар бер нисә кешене булһа ла эшле итәләр. Элек халыҡ, ас булһа ла, ябай ине. Хәҙер халыҡ та үҙгәрҙе. Ауылдан кешеләр китә. Беҙҙә генә 50-ләп йорт буш тора. Бына әллә нисә йыл инде ауыл зыяратын тәртиптә тотоу эшен үҙем алып барам. Әбей менән мәсеттәге йома намаҙын ҡалдырғаныбыҙ юҡ. Икәүләшеп ураҙа тотабыҙ. Минең бөтә туғандарым да иртә мәрхүм буды. Миңә генә оҙон ғүмер насип булған», - тип һүҙен дауам итә Әхмәт олатай. «Минең бәхетемә Хоҙай һиңә оҙон ғүмер биргәндер», - тип ҡушыла һүҙгә Рабиға инәй, бәхетле йылмайып. «Мин дә ғүмерем буйына мал эшендә эшләнем. Һыйырын да һауҙым, быҙауын да ҡараным, сөгөлдөрөн дә утаным. Аллаға шөкөр, бик яҡшы ғаиләгә килен булып төштөм. Бейемем бигерәк һәйбәт булды. Уны әсәйем кеүек яраттым. Элек декрет отпускыһы тигән нәмә лә булманы. Балаңа 1-2 ай булһа, кире эшеңә йүгерәһең. Тормош иптәшемдән дә уңдым. Ул әле лә йәштәр кеүек, дәртле. Мине етәкләп кенә мәсеткә алып барып, алып ҡайта. Емеш-еләк ваҡытында көҙгә тиклем урмандан да ҡайтып килмәй. Төшкә тиклем бер күнәк, төштән һуң бер күнәк еләк алып ҡайтып ҡына тора. Мин вареньеһын да ҡайнатам, ҡағын да ҡойған булам. Буш ваҡыттарында фермерҙарға һепертке бәйләп бирә, кешеләргә көрәк һаплай. Бер ҙә генә тик ултырмай ул», - тигән матур һүҙҙәрен еткерә Рабиға инәй.

Бәхетле парға: «Мөхәббәтте нисек һаҡларға һуң? Йәш саҡтар һағындырамы?» - тигән һорауҙарҙы ла бирҙек. Улар бер һүҙҙән: «Берең өндәшкәндә, икенсең өндәшмәй ҡалһын. Бер-береңде тыңлап йәшәргә кәрәк. Кемдә ғәйеп бар, шул үҙенең ғәйебен аңлап, өндәшмәһен. Беҙҙең бергә ғүмер кисергән 60 йыл 6 көн һымаҡ ҡына үтте лә китте. Иҫән булһаҡ, һуғыштар булмаһа, тиҙҙән бергә тороуыбыҙҙың 70 йыллығы ла етер, Алла бирһә. Йәш саҡтар һәр саҡ иҫкә төшә, һағындыра, тик унда кире ҡайтып ҡына булмай. Аллаға шөкөр, беҙҙең күңелдәребеҙ һаман да йәш әле», - тиҙәр 13 ейән-ейәнсәргә, 11 бүлә-бүләсәргә бәхетле олатай-өләсәй булған Бәшировтар. Уларҙы оло байрамдары менән ысын күңелдән ҡотлап, артабан да шулай йәп-йәш, изге күңелле булып, тик бәхет-шатлыҡҡа ғына сорналып, ҡайғы-хәсрәт күрмәй оҙон-оҙаҡ бергә-бергә йәшәүҙәрен теләйбеҙ.


Читайте нас: