Все новости
Ҡыуаныслы ваҡиға
30 Ноября 2018, 14:35

«ТӘҮГЕ КӨНДӘН ҮК АҢЛАНЫМ»

Районыбыҙ талантлы шәхестәргә бай. Улар тураһында гәзиттә йыш яҙабыҙ. Шуларҙың береһе - Марсель Байдәүләтов. Ул Кинйәбай ауылында тыуып үҫкән егет. Белеүегеҙсә, ошо көндәрҙә Марсель Илдар улын Өфө ҡалаһы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика идаралығы етәксеһе итеп тәғәйенләнеләр. Беҙ ошо йәһәттән яҡташыбыҙ менән бәйләнешкә сығып, уның тәьҫораттары менән бүлештек.

Районыбыҙ талантлы шәхестәргә бай. Улар тураһында гәзиттә йыш яҙабыҙ. Шуларҙың береһе - Марсель Байдәүләтов. Ул Кинйәбай ауылында тыуып үҫкән егет. Белеүегеҙсә, ошо көндәрҙә Марсель Илдар улын Өфө ҡалаһы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика идаралығы етәксеһе итеп тәғәйенләнеләр. Беҙ ошо йәһәттән яҡташыбыҙ менән бәйләнешкә сығып, уның тәьҫораттары менән бүлештек.


- Марсель Илдар улы, тәү сиратта һеҙҙе яңы вазифағыҙ менән ҡотлайбыҙ, һеҙгә уңыштар теләйбеҙ. Яңы эшкә ниндәй кәйеф менән тотондоғоҙ?

- Беренсенән, иғтибарығыҙ өсөн, ҡотлауығыҙ, минең менән ҡыҙыҡһынғанығыҙ өсөн һеҙгә ҙур рәхмәт. Икенсенән, был көтөлмәгән хәл булды. Бер аҙ аптырап та ҡалдым, сөнки минең өсөн яңы йүнәлеш ул. Республикабыҙ етәкселеге миңә ышанып был эште йөкмәткән икән, тимәк, ышаныстарын аҡларға кәрәк. Әлегә эш рәтенә төшөнөп кенә барам, шуға нимә тип әйтергә лә белмәйем. Киләсәктә, Алла бирһә, эшемдең ыңғай һөҙөмтәләре булһа, ул саҡта инде ниндәйҙер һығымта яһап булыр. Ә яуаплылыҡтың ғәйәт ҙур икәнен тәүге көндән үк аңланым. Көндөҙ ҙә, төндә лә һәр саҡ бәйләнештә булырға тура килә. Хатта йоҡлағанда ла эш тураһында уйланаһың.

- Һеҙҙең менән ҡыҙыҡһынып та торған, ғорурлыҡ хисе лә кисергән яҡташтарыңа нимә әйтерһегеҙ?

- Тәү сиратта әсәйем Гөлсөм менән атайым Илдарға ныҡ рәхмәтлемен. Уларҙың биргән тәрбиәләрен, әйткән кәңәштәрен тормошта көн дә ҡулланып торам. Белем алған 3-сө Башҡорт республика гимназия-интернатыма, уҡытыусыларыма ла рәхмәтем ҙур. Унда алған төплө белемем Башҡорт дәүләт университетына уҡырға инергә лә, аҙаҡ хеҙмәт эшмәкәрлегемде башлаған телерадиола, телевидениела шулай уҡ Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәтендә эшләгәндә лә уңыштарыма ныҡлы нигеҙ булып торҙо. Хәҙерге яңы эшемдә лә һынатмаҫҡа, районыбыҙҙың, ҡалабыҙҙың йөҙөнә ҡыҙыллыҡ килтермәҫкә тырышырмын.

“Юшатыр” гәзитен уҡыусы барлыҡ яҡташтарыма ла ҡайнар сәләмдәремде еткерәм.

- Марсель Илдар улы яуаптарығыҙ өсөн рәхмәт. Артабан да һиңә уңыштар һәм яңы үрҙәр теләйбеҙ.
Читайте нас: