Все новости
Ҡыуаныслы ваҡиға
4 Декабря 2018, 11:05

БАРЫҺЫ ЛА ҺӘЛӘТЛЕ БАЛАЛАР ӨСӨН

Күмертауҙа эш сәфәре менән РФ Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров булды. Граждандарҙы шәхси һорауҙары менән ҡабул иткәндән һуң, ул ҡала объекттары менән танышып сыҡты.

Күмертауҙа эш сәфәре менән РФ Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров булды. Граждандарҙы шәхси һорауҙары менән ҡабул иткәндән һуң, ул ҡала объекттары менән танышып сыҡты.


Тиҙҙән асыласаҡ Сапсан-Аренаның эш барышы менән яҡындан танышып сыҡҡас, Зариф Байғусҡаров Балалар ижады үҙәгендә асылған «Квантолаб» — балалар технопаркына юл алды. Яңы технологияларға ҡоролған үҙәк балаларҙа ғына түгел, ә ололарҙа ла оло ҡыҙыҡһыныу уята. Был технопаркта йылына 800 кеше бушлай төрлө яңы һөнәргә — 3D моделдәр эшләргә, программалар төҙөргә, компьютер селтәрҙәре менән эш итергә, робот техниктары һәм пилотһыҙ осоу аппараттары уйлап сығарырға өйрәнә ала. Шулай уҡ ҡунаҡтар 1-се һанлы гимназияла «Хәүефһеҙлек мәктәбе»ндәге юл ҡағиҙәләренә һәм балалар хәүефһеҙлегенә арналған дәрестә булдылар. Был дәрестә 1-се класс уҡыусылары интерактив ҡоролмалар һәм электрон уҡыу программалары буйынса тәрән белемдәрен күрһәтте.

Ошо уҡ көндө Күмертауҙа капиталь ремонттан һуң, яңыртылған музыкаль мәктәп үҙ ишектәрен асты. Был тантаналы сарала БР Мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова ҡатнашты. «Балаларығыҙҙы музыка буйынса уҡытырға тырышығыҙ. Бында белем алған балалар һәр ваҡыт яҡтылыҡҡа, матурлыҡҡа ынтылалар. Күмертауҙың 3 өҫтәмә белем биреү мәктәбе — сәнғәт, хореография һәм музыка мәктәптәре бар», - тип билдәләне Әминә Шафиҡова.
Читайте нас: