Мәктәптәребеҙ автобусҡа байығандан-байый. Кисә генә районға Өфөнән өр-яңы ике автобус алып ҡайттылар.
Уларҙың береһе — Яңы Мораптал, икенсеһе Ермолаевоның 2-се мәктәбенә бүленде. Автобустарҙы мәктәп директорҙары Гөлкәй Хөснөтдин ҡыҙы Шәмсетдинова һәм Мәүлиҙә Әбүталип ҡыҙы Зәйнәғәбдинова водителдәре менән бергә алып ҡайттылар. Улар Өфөлә үк ҡыуаныстары менән бүлешеп, фотоға ла төшөп ебәргәндәр.
Хәҙер был мәктәптәргә йөрөп уҡыған балалар буяу еҫтәре лә кибеп бөтмәгән ПАЗикта, йомшаҡ ултырғыстарға ултырып, тыштан да, эстән дә гөрһөлдәгән, ҡалтырлаған бер тауыш та ишетмәй, рәхәтләнеп йөрөр.
«Әлеге көндә районда 25 автобус 31 маршрут буйынса 658 уҡыусыны мәктәптәргә йөрөтә. Мәктәп автобустары 10 йыл һайын яңыртылып торолорға тейеш. Шуға күрә йыл да республика беҙҙе яңы автобустар менән тәьмин итеп тора. Шулай уҡ күптән түгел республика бюджетынан мәктәп автобустарына тахографтар алыр өсөн аҡса бүленде. Беҙҙең 9 автобустың бындай ҡоролмаһы юҡ ине», - ти район мәғариф бүлеге начальнигы Ирина Ринат ҡыҙы Ибраһимова.