Все новости
Ҡыуаныслы ваҡиға
21 Декабря 2018, 13:21

БАШҠОРТ ШЫРШЫҺЫ

Шаршамбыла Күмертау ҡалаһының башҡорт балалары рәхәтләнеп башҡортса Яңы йыл кисәһен ҡараны. Уларҙы был көндө Сибайҙың «Сулпан» балалар театры коллективы ҡыуандырҙы.

Шаршамбыла Күмертау ҡалаһының башҡорт балалары рәхәтләнеп башҡортса Яңы йыл кисәһен ҡараны. Уларҙы был көндө Сибайҙың «Сулпан» балалар театры коллективы ҡыуандырҙы.


Былтыр уҡ «Юшатыр» гәзите: «Ни өсөн Күмертауҙа башҡортса Яңы йыл кисәләре булмай?» - тигән һорауҙы күтәргәйне һәм был турала яҙып та сығарғайны. Хәтерегеҙҙәлер, унда барыһы ла: «Беҙҙә ундай байрам үткәрергә башҡорт телен белгән кадрҙар юҡ шул», - тип яуап биргәйнеләр. Теләк кенә булһын, ныҡ теләһәң, барыһы ла була тигәндәй, был проблеманы хәл итерлек әмәле табылды. Ошондай башҡорт шыршыһы йыл да булыр һәм туған телебеҙҙә һөйләшкән Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу ҙа беҙгә йыл да килер, тигән ышаныста ҡалабыҙ.
Читайте нас: