Все новости
Ҡыуаныслы ваҡиға
25 Декабря 2018, 12:05

ТАБЫНЫ МУЛДЫҢ – ҒАИЛӘҺЕ НЫҠ

Шәмбе көнө район ветстанцияһы бер түгел өс машина алып ҡыуанды. Был 3 машинаны алыр өсөн республика бюджетынан уларға 5 млн 50 мең һум аҡса бүленгән.

Шәмбе көнө район ветстанцияһы бер түгел өс машина алып ҡыуанды. Был 3 машинаны алыр өсөн республика бюджетынан уларға 5 млн 50 мең һум аҡса бүленгән.


Машиналарҙың иң ҙурында ДУК тип аталған дезинфекция ҡоролмаһы урынлаштырылған. Был машина ярҙамында ветстанция хеҙмәткәрҙәре күҙгә күренмәгән төрлө микробтар менән көрәшәсәк. Шулай уҡ биналарҙы кимереүселәрҙән, себен-серәкәйҙән, үҫемлектәрҙе талпан һәм башҡа бөжәктәрҙән һаҡлар өсөн дә уны ҡулланасаҡтар. Мал зыяраттарын дезинфекциялау өсөн дә был ҡоролма бик яҡшы хеҙмәт итәсәк.

Газель машинаһында ветеринар-санитар экспертиза лабораторияһы урынлашҡан. Бында ит, балыҡ һәм башҡа мал-тыуар менән бәйле аҙыҡҡа ветеринар-санитар тикшереү үткәреү өсөн бөтә кәрәкле ҡоролмалар бар. «Был машинаның ярҙамы, бигерәк тә, йәрминкәләр ваҡытында ҙур буласаҡ. Элек йәрминкәлә һатыуға сығарыласаҡ аҙыҡ-түлекте беҙгә үҙҙәре алып килеп тикшертһәләр, хәҙер беҙ үҙебеҙ барып, урында уҡ тикшереү үткәрәсәкбеҙ. Шулай уҡ мал һуйыу пункттарына ла үҙебеҙ сыға аласаҡбыҙ. Был машинала үҙебеҙ менән бергә ноутбук һәм принтер буласаҡ һәм беҙ урында уҡ ауыл хужалығы продукцияһына кәрәкле ҡағыҙын да яҙып бирәсәкбеҙ. Беҙгә республика 2 машина алыу өсөн 5 млн 50 һум аҡса бүлгәйне. Әммә беҙ аукцион аша был аҡсаны экономлап, 3 машина алыуға ирештек. Өсөнсө «Гранта» еңел автомобиле лә беҙгә бик кәрәк. Был автомобилдә ветеринар белгестәр саҡырыу буйынса һәм шулай уҡ төрлө профилактик саралар үткәреү өсөн йөрөйәсәк. Бындай профилактик саралар тәү сиратта кешеләр һаулығы өсөн кәрәкле», - ти ветстанция начальнигы Рәмилә Хәмит ҡыҙы Иҫәнғолова.
Читайте нас: