Яҡшымбәт хореографының тәрбиәселәре бихисап. Гөлшат Хәйбуллина уларҙың һәр береһенә үҙенең күңел йылыһын өләшеп, бейеү серҙәрен асҡан. Уҡыусылары данлыҡлы бейеүселәр булып китмәһәләр ҙә, тормоштарында бейеүҙән бер иҙә генә айырылғандары юҡ. Улар, ауылға ҡайтҡан һайын, уҡытыусыларына рәхмәт һүҙҙәрен яуҙырып ҡына тора. Әйткәндәй, Гөлшат Хәйбуллина үҙе бейеү серҙәренә Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының билдәле солисы, БР-ҙың атаҡаҙанған артисы Рөстәм Исхаҡовтан өйрәнгән.