Яңы йыл үҙ мөғжизәләре менән килә, тиҙәр. Ысынлап та, был шулай. Байрам алдынан өс ауыл советына өр яңы ЛАДА ГРАНТА автомобиле алып ҡайттылар. Отрада, Мораптал, Ленин силсәүиттәренә эләккән был бүләккә аҡсаны Хөкүмәт биргән, резерв фондтан 1 млн. 260 мең һум. Быға тиклем улар иҫкергән “Волга”ла йөрөйҙәр ине. Шулай итеп, иң иҫке машинала йөрөүсе ауыл советы хакимиәте башлыҡтарына, Яңы йыл алдынан мөғжизә булып, буяуы ла кибеп бөтмәгән ялтырап торған Лада бирҙеләр. “Юшатыр” барлыҡ силсәүиттәрҙе лә байрам менән ҡотлай (ҡалғандарының машиналары һәйбәт), йөрөгән юлдарығыҙ имен, изге булһын.