Все новости
Ҡыуаныслы ваҡиға
4 Января 2019, 14:01

БЫНА БЫЛ ИСМАҺАМ БҮЛӘК!

2019 йыл башланыр алдынан райондың күп балалы бер ғаиләһе - Модина Ирина балалары Виталий, Алексей һәм Анастасия торлаҡ сертификаты алып ҡыуанды. Бына был исмаһам бүләк!

2019 йыл башланыр алдынан райондың күп балалы бер ғаиләһе - Модина Ирина балалары Виталий, Алексей һәм Анастасия торлаҡ сертификаты алып ҡыуанды. Бына был исмаһам бүләк! Уларға был оло бүләкте район хакимиәте башлығы Әхәт Ҡотлоәхмәтов тапшырҙы һәм ғаиләгә алдағы тормоштарында ҙур уңыштар, бәхет теләне. Модиндарҙың бирелгән ярҙамдың рәхәтен, файҙаһын күреп, яңы йортта матур донъя көтөүҙәрен теләйбеҙ.

Шулай уҡ Күмертауҙа йәшәүсе 5 ғаилә торлаҡ алыу йәки йорт төҙөү өсөн танытма алды. Йәш ата-әсәләрҙең шатлыҡтары эстәренә һыймай. «Үткән йылдың бик шәп бүләге был», - тип ҡыуанып бөтә алмайҙар улар. Сертификат алыусы ғаиләләрҙең барыһы ла күп балалы. Был ғаиләләрҙә 3-шәр, 4-шәр һәм 5-әр бала тәрбиәләнә. Уларға 5 773 194,00 һум күләмендә аҡса бүленгән. Был сумманың 5 275 697,40 һумы республика бюджетынан булһа, 497 496,60 һумы ҡала бюджетынан. Шулай итеп, һәр бер ғаиләгә 1 млн һумдан әҙ генә күберәк аҡса тәтене. Ҡала хакимиәте башлығы Борис Беляев ғаиләләрҙе ҡотлап, изге теләктәрен еткерҙе.
Читайте нас: