Все новости
Ҡыуаныслы ваҡиға
4 Января 2019, 11:21

ВАЙРАН БУЛЫП ЯТМАЙЫҠ

27 декабрҙә Ольховка ауылында йәшәүсе ир менән ҡатын — береһе 1957, икенсеһе 1958 йылғылар - Яңы йылды алдан уҡ байрам итә башлай.

27 декабрҙә Ольховка ауылында йәшәүсе ир менән ҡатын — береһе 1957, икенсеһе 1958 йылғылар - Яңы йылды алдан уҡ байрам итә башлай. Байрам кәйефе ауылдары эсенә генә һыйып ҡалмай, былар Ермолаевоға бара, әллә кемдән араҡы алалар, ҡайтышлай Яңы Уралкалағы таныштарына кереп, кәйеф-сафа ҡоралар. Байрам Ольховкаға ҡайтҡас та дауам итә, икәүләп кенә эсеү ҡыҙыҡ түгел, ауылдарындағы бер знакумдарына кереп литр ярымлы пластик шешәләге араҡыларын уртаҡлашалар. Һуңға тиклем байрам итеп ултыра былар, бөгөнгә булды, иртәгә йәнә килербеҙ, тип төнгө 12-ләр тирәһендә өйҙәренә табан ҡуҙғалалар. Иртән, кисә генә ҡунаҡтар ҡабул иткән йорт хужаһы, быларҙың хәлен беләйем, тип урамға сыҡһа, юлда ике мәйет табып ала - өйҙәш йәшәгән ир менән ҡатын икеһе лә йәндәрен Аллаға тапшырған. Ирҙең өҫтөндә свитер ғына була, курткаһын кеймәй ҙә ҡайтырға сыҡҡан, күрәһең. Саҡырыуға килеп еткән полиция хеҙмәткәрҙәре мәжлес булған йортта пластик шешәләр таба, улар әле экспертизаға ебәрелгән - һатып алған араҡынан ағыуланып үлгәнме был пар, әллә туңыуҙанмы, асыҡларға кәрәк. Ялған араҡыны Ермолаевола кем һатҡан, быныһын да, бәлки, таба алырҙар.

Яңы йыл алдынан ғына бына шундай ҡыҙғаныс хәл. Бер-берегеҙҙе һаҡлағыҙ, тиҙәр, тәү сиратта үҙебеҙҙе үҙебеҙ һаҡларға тырышайыҡ, туғандар. Байрам тип вайран булып ятмайыҡ.
Читайте нас: