Все новости
Ҡыуаныслы ваҡиға
5 Января 2019, 14:08

«ЗАМАН МЕНӘН ТИПӘ-ТИҢ АТЛАЙ»

Район хакимиәте башлығы Әхәт Ҡотлоәхмәтов төрлө тарафтарҙан Яңы йыл менән бик күп ҡотлауҙар алды.

Район хакимиәте башлығы Әхәт Ҡотлоәхмәтов төрлө тарафтарҙан Яңы йыл менән бик күп ҡотлауҙар алды. Яңы йыл байрамы Әхәт Йәүҙәт улы өсөн икеләтә байрам, сөнки ул 1 ғинуарҙа үҙенең тыуған көнөн билдәләне. Район хакимиәте башлығын был күркәм байрамы уңайынан шулай уҡ бик билдәле шәхестәр ҡотлау яуҙырҙы. РФ Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Закир улы Байғусҡаров һәм БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Рузалия Сәфиулла ҡыҙы Хисмәтуллина иң изге теләктәрен еткереп, хатта, видеоҡотлау ҙа ебәргәндәр. Ҡотлауҙарҙың һәр береһе үҙенсәлекле, күңелгә ятышлы. Беҙ һеҙгә шуларҙың тик береһен генә тәҡдим итмәксебеҙ.

ХӨРМӘТЛЕ ӘХӘТ ЙӘҮҘӘТ УЛЫ!

1 ғинуарҙа донъяға килеүселәргә шундай сифаттар хас: улар яуаплы, талапсан, маҡсатлы, һаҡсыл, ирек һөйөүсән, кешеләр менән уртаҡ телде тиҙ һәм еңел таба. Уларға лидерлыҡ сифаттары хас. Быларҙан тыш беҙ һеҙҙе үҙ тыуған ерен, халҡын һәм республикаһын өҙөлөп һөйгән фиҙаҡәр йән, ихлас кеше итеп беләбеҙ. Өҫтәүенә, 1 ғинуарҙа, тап йыл башында тыуған кешеләрҙә, үҙенә күрә, тотош йыл өсөн яуаплы булыу вазифаһы барлығын да тоҫмаллайбыҙ.

Һеҙ етәкләгән райондың төрлө саҡтары булыуы ла беҙгә мәғлүм. Шулай ҙа 2001 йылда һеҙ был яуаплы эшкә тотонғандағы район менән хәҙергеһен сағыштырырлыҡ та түгел: Көйөргәҙе ере күҙ менән ҡаш араһында танымаҫлыҡ булып үҙгәрҙе. Хәҙер ҙә ул, ауырлыҡтарға ҡарамайынса, заман менән типә-тиң атлай. Һеҙҙең оҙайлы йылдар буйына район менән етәкселек итә алыуығыҙ ҙа тап шул аҙымдарға бәйле. Артабан да шулай булһын!

Беҙ, бигерәк тә, «Ағиҙел» журналы хеҙмәткәрҙәре, һеҙгә икеләтә-өсләтә рәхмәтлебеҙ. Журналыбыҙҙы таратыуҙағы ихлас ярҙамығыҙ баҫманы һаҡлап ҡалыуға индергән өлөшөгөҙ ҙә ул.

Тыуған көнөгөҙ ҡотло булһын, Әхәт Йәүҙәт улы! Һеҙгә әлеге кеүек йәштәрсә баһадир һын-һыпат, яҡшы кәйеф, ныҡлы һаулыҡ, ейән-ейәнсәрҙәр шатлығы теләйбеҙ!
Читайте нас: