Все новости
Ҡыуаныслы ваҡиға
8 Февраля 2019, 16:00

МАШИНАЛЫ БУЛДЫҠ!

Ермолаево район дауаханаһына тағы бер В класлы УАЗ-39623 тиҙ ярҙам машинаһы алып ҡайттылар.

Ермолаево район дауаханаһына тағы бер В класлы УАЗ-39623 тиҙ ярҙам машинаһы алып ҡайттылар. Был тиҙ ярҙам машинаһы 2018 йылдың декабре аҙағынан бирле осорҙа алынған 5-сеһе инде. Яңы автомобилдә район халҡына тиҙ ярҙам күрһәтеү өсөн бөтә кәрәкле медицина ҡорамалдары: ИВЛ аппараты, дефибриллятор, электр юрғаны, ҡан анализаторы, юл-транспорт ваҡиғаһында зыян күргәндәргә, бала тапҡан ҡатындарға, балаларға тәүге ярҙам күрһәтеү өсөн һәм башҡа бик күп стандартҡа ярашлы әйберҙәр бар.

Район хакимиәте башлығы Әхәт Ҡотлоәхмәтов һәм баш врач Олег Астахов яңы машинаны ҡарап сығып, юғары баһа бирҙеләр. Әлеге көндә Көйөргәҙе районында тәүлек әйләнәһенә 2 тиҙ ярҙам бригадаһы эшләй. Кәрәк саҡта ярҙамға Күмертауҙан бригада килә. Ярҙам тиҙ килһен өсөн район һәм ҡалаға берҙәм диспетчер хеҙмәте эшләй. «Беҙҙең башҡа юл юҡ, ҡәҙерле көйөргәҙеләр! Хәҙер беҙгә тик һау булырға ғына ҡала!», - ти Әхәт Йәүҙәт улы, был ҡыуаныслы ваҡиға хаҡында.
Читайте нас: