Юшатыр
-17 °С
Облачно
75 лет Победы
Все новости
Ҡыуаныслы ваҡиға
19 Февраля 2019, 14:45

Иң яҡшы дәлил

Көйөргәҙе районы полицияһы хеҙмәткәрҙәре йыр-моңға ла, спортҡа ла шәптәр.

Көйөргәҙе районы полицияһы хеҙмәткәрҙәре йыр-моңға ла, спортҡа ла шәптәр. Улар яңыраҡ Өфөгә барып Эске эштәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре фестивалендә икенсе урын алып ҡайтҡайны. Әле килеп полициябыҙ беҙҙе тағы ла ҡыуандырҙы: Ишембай ҡалаһында үткән ҡышҡы зона ярыштарында беренсе урын алып ҡайтҡандар. Ә шәхси ярыштарҙа кинолог Рөстәм Ҡорбанов беренселекте бер кемгә лә бирмәгән. Регина Иситова исемле погонлы тәртип һаҡсыбыҙ ҙа (ул бәлиғ булмағандар эштәре буйынса инспектор) шулай уҡ беренсе урынды яулаған. Барлығы 12 команда араһында шундай һөҙөмтәләр күрһәтеүҙәре егет-ҡыҙҙарыбыҙҙың ғәләмәт шәп икәнлектәренә - иң яҡшы дәлил.
Читайте нас в