Башҡортостан Республикаһының архивтар эштәре буйынса идаралығы мәктәп уҡыусылары араһында ғилми-тикшеренеү эштәре буйынса конкурс үткәрҙе. Унда беҙҙең райондың Керәүле-Илюшкин урта мәктәбенән Валерия Ворошилова ла ҡатнашты. Ул «Көйөргәҙе районында XX-XXI быуаттарҙағы демографик үҙгәрештәр» тип аталған ғилми эше менән ҡатнашып, сығыш яһаны һәм БР архивтар эштәре буйынса идаралыҡ начальнигы Илфат Вәис улы Ғәлләмовтың ҡулынан Маҡтау грамотаһы алды.
Валерия факттарға бик бай, районыбыҙ тарихын өйрәнеүгә тос өлөш индергән был ғилми тикшеренеү эшен ғилми етәксеһе Надежда Ворошилова һәм Көйөргәҙе районы муниципаль район хакимиәтенең архив эштәре начальнигы Наталья Афонина ярҙамында башҡарып сыҡҡан. Йәш эҙләнеүсегә күрһәткән ярҙамы өсөн И. Ғәлләмов Наталья Юрьевнаға ла Рәхмәт хаты тапшырҙы.