Өфөлә «Әсәлек таланттар аса» исемле күргәҙмә уҙҙы. Бында ауырлы саҡта йәки бала тыуғандан һуң һүрәт төшөрөү таланты асылған ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙҙың картиналары урынлаштырылған.
Был сараны үткәреүгә БР Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировтың тормош иптәше Каринэ Хәбирова башланғыс биргән. Конкурсҡа барлығы 600-ҙән ашыу һүрәт килгән. Шуларҙың 200-ҙө генә һайланып алынып, күргәҙмәлә урын алған. Был картина авторҙарының барыһы ла әсәләр. Ермолаевонан Ольга Әлиева менән Таймаҫтан Нурзиә Исмәғилеваның да һүрәттәре ошо һайлап алыу турынан үткән. Улар Өфөгә үҙҙәренең күргәҙмәһен ҡарарға саҡырылған. Нурзиә Рәшит ҡыҙы баш ҡалаға улы Аликты ла алып барған. Алик үҙе лә буш ҡул менән бармаған һәм, форсатты файҙаланып, үҙенең картинаһын Каринэ Хәбироваға бүләк иткән. Башҡортостандың тәүге ледиһы бүләкте ихлас ҡабул итеп, Аликтың ҡайһы райондан, ниндәй ауылдан булыуы хаҡында һорашҡан һәм: «Ҙурайғас та һүрәт төшөрөүҙән туҡтама», - тигән кәңәштәрен биргән. Был турала беҙгә уның әсәһе телефон аша һөйләне.
- Бик матур сара үтте. Бында башҡа әсәләрҙең дә шундай матур картиналарын күреп, һоҡланып ҡайттым. Каринэ Хәбирова ике бала әсәһе. Уның үҙенең дә әсә булғандан һуң һүрәт төшөрөү таланты асылған һәм шуға күрә ошондай күркәм байрам ойошторған да инде. «Конкурсҡа шул тиклем күп эш килмәҫ, 80-дән артмаҫ, тип уйлағайным. Башҡортостан талантлы кешеләргә бик бай икән», -тине ул сығышында, - тип, үҙенең Өфөнән алып ҡайтҡан тәьҫораттары менән бүлеште Нурзиә Исмәғилева.
Әйткәндәй, әсәләрҙең һүрәттәренең бер өлөшө әсә наҙы, әсә йылыһы етмәгән урындарға - балалар йорттарына һәм социаль приюттарға оҙатыласаҡ.