Кемдә нимә, ә Яңы Таймаҫ гимназияһында - яңы автобус. Әллә теге ваҡыт ғилми-ғәмәли конференцияны шәп үткәрҙеләр ҙә, шул хөрмәттән биреп ҡуйҙылар үҙҙәренә, әллә башҡа сәбәп бар. Хәйер, бындай мәктәпкә ун автобус бирһәң дә йәл түгел - балалары ла, уҡытыусылары ла шәп. Уларҙы автобуста ғына түгел, ил башлығы йөрөгән Aurusта елдертһәң дә артыҡ булмаҫ ине. Уларҙың ҡыуаныстары менән уртаҡлашып, беҙ Яңы Таймаҫ ауылының Р. Солтангәрәев исемендәге гимназия-интернаты директоры Гүзәл Усманова менән бәйләнешкә сыҡтыҡ.
- Яңы автобус беҙгә график буйынса бирелде. Ғәҙәтенсә, транспорт ваҡыты ун йылдан артһа, яңыһы бирелергә тейеш. Беҙҙең дә элекке автобусыбыҙға быйыл ун йыл тула. Уҡыусыларҙы йөрөтөү ул ҙур яуаплылыҡ, шуға ла транспорт һәр саҡ ҡараулы һәм төҙөк булырға тейеш. Яңы автобус биргәндәренә шатландыҡ, әлбиттә. Өфөнөң “Южуралавто” яуаплылығы сикләнгән компанияһынан водителебеҙ Карам Әлмөхәмәтов менән барып алдыҡ. Шул хәтлем яҡшы хеҙмәтләндереүҙәре оҡшаны. Әле автобусты теркәү, дәүләт номеры алыу менән мәшғүлбеҙ, Алла бирһә, бер аҙнанан балаларыбыҙ яңы автобуста йөрөйәсәктәр. Яңы транспортта иҫән-һау ғына эшләргә, йөрөргә яҙһын инде, - ти Гүзәл Фәтих ҡыҙы.