Все новости
Ҡыуаныслы ваҡиға
20 Августа 2019, 11:28

Әллә ҡайҙан күренер

Рус халҡының «По одежке встречают...» тигән мәҡәле бар. Яңыраҡ беҙҙең район егете Айбулат Әбдрәхимов Өфөлә ат сабышында беренсе урын яулап ҡайтып барыбыҙҙы ла шатландырҙы.

Рус халҡының «По одежке встречают...» тигән мәҡәле бар. Яңыраҡ беҙҙең район егете Айбулат Әбдрәхимов Өфөлә ат сабышында беренсе урын яулап ҡайтып барыбыҙҙы ла шатландырҙы. Тиҙҙән финал ярыштарында ла ҡатнашасаҡ (беҙ был турала үткән һанда яҙҙыҡ). Ҡатнашыуын ҡатнашыр, беренселекте лә алыр (Амин), тик бына жокей формаһы ғына тәртиптә түгел бит әле, теге ярышҡа барғандарында «Ватан» хужалығы етәксеһе Ғәйнетдин Мөхәмәтов ситтән генә һынап ҡарап торған да (аяғындағы итеге лә сәхнәлә бейегәндә кейә торған ситек тә баһа), былай булмай, район данын яҡлап йөрөгәндә, сабышсының кейеме лә дан булырға тейеш тип, Айбулатҡа өр яңы жокей кейеме алып биргән. Кисә уны А. Әбдрәхимовҡа район башлығы Юлай Ильясов тантаналы рәүештә тапшырҙы.

- Үҙем ат йәнле кеше, - ти Ғәйнетдин Мөхәмәт улы, - малай саҡтан аттан төшмәнем. Шуға сабыштарҙың рәтен беләм, һыбай барған кешенең кейеме лә әллә ҡайҙан күренеп торорға тейеш - кемдеке саба - уныҡы саба. Айбулатҡа, Көйөргәҙегә мәртәбә өҫтәп, финалдағы ярышта еңеүен теләйем.
Читайте нас: