Все новости
Ҡыуаныслы ваҡиға
30 Августа 2019, 11:48

Кинәнәсәктәр

Кинйәабыҙҙа ППМИ программаһы буйынса һыу торбалары алыштыра башланылар. Бындағы иҫкергән һыу торбалары йәйен дә, ҡышын да тишелеп, халыҡты һыуһыҙ интектергән. 900 метр самаһындағы торбаларҙы һалыу өсөн барлығы 479 мең һум аҡса киткән

Кинйәабыҙҙа ППМИ программаһы буйынса һыу торбалары алыштыра башланылар. Бындағы иҫкергән һыу торбалары йәйен дә, ҡышын да тишелеп, халыҡты һыуһыҙ интектергән. 900 метр самаһындағы торбаларҙы һалыу өсөн барлығы 479 мең һум аҡса киткән. Программаға ярашлы был сумманың 49 мең һумы халыҡтан йыйылған, 60 мең һумды спонсорҙар, ә 62 мең һумын силсәүит биргән, ә ҡалған 308 мең һум республика иҫәбенән. Шулай итеп, 1 ноябргә тиклем Кинйәабыҙ ауылының дүрт урамы халҡы йәйен, ҡышын яңы торбаларҙан килгән һыуға кинәнәсәк.
Читайте нас: