Все новости
Ҡыуаныслы ваҡиға
3 Сентября 2019, 14:50

Мораптал кадеттары

Б. Бикбай исемендәге Мораптал мәктәбе уҡыусыларын һәм уҡытыусыларын Белем көнө менән ҡотларға район хакимиәте башлығы Юлай Ильясов, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайының Бюджет, һалым, инвестиция сәйәсәте һәм территориаль үҫеш буйынса комитеты рәйесе Рузалия Хисмәтуллина килде. Быйыл был абруйлы белем усағы үҙенең бер быуатлыҡ тарихын билдәләй. Ошо уңайҙан быйылғы уҡыу йылына бында кадет класы ла асҡандар.

Был яңылыҡ менән мәктәп директоры Гөлкәй Шәмсетдинова ла шатланып бүлеште.

- Мәктәбебеҙгә быйыл 100 йыл тула. Ҙур тарихлы мәктәп быйылдан яңы йүнәлеш ала – бында кадет класы барлыҡҡа килде. Класҡа киләсәктәрен хәрби хеҙмәт менән бәйләргә теләгән 21 баланы йыйҙыҡ. Уларҙың класс етәксеһе - бик тәжрибәле уҡытыусы Венера Кинжалеева. Был яңылыҡҡа ата-әсәләр ҙә шатланды. Уҡыусыларҙың костюмдарын тектереүгә ярҙам булһын өсөн район хакимиәте 45 мең һум күләмендә аҡса бүлде. Шулай уҡ кадет класы уҡыусыларына шөғөлләнеү өсөн мәктәп территорияһына автомайҙансыҡ та эшләнек. Был эште атҡарып сығыу, класҡа кәрәкле техникалар алыуға РФ Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров ярҙамы менән республика бюджетынан 178 мең һум һәм район хакимиәтенән тағы ла 20 мең һум аҡса бирелде. Бар эштәребеҙ ҙә уң булыр, тип ышанабыҙ. Уҡыусыларыбыҙҙы, уҡытыусыларыбыҙҙы, район мәктәптәрендә эшләгән барлыҡ коллегаларымды Белем көнө менән ҡотлайым, - ти Гөлкәй Хөснөтдин ҡыҙы.
Читайте нас: