Все новости
Ҡыуаныслы ваҡиға
20 Сентября 2019, 12:11

Иҫкә төшөрөрҙәр

Ҡасып китһәң дә, сәсеп кит, ти халыҡ. Һәр кем үҙе артынан ниндәйҙер эҙ ҡалдыра. Свобода ауыл советы хакимиәтенең элекке башлығы Сания Сәйетбатталова үҙенең вазифаһындағы аҙаҡҡы эш көндәрендә лә ул ауыл мәшәҡәте, тип сапты. Кинйәабыҙ ауылында балалар майҙансығы барлыҡҡа килеүе уның силсәүит булараҡ башҡарған һуңғы эштәренең береһе. Халыҡ телендә Президент аҡсаһы тип йөрөтөлгән аҡсаға эшләнгән ул, суммаһы - 99 мең һум. Майҙансыҡты ҡуйғас та, Кинйәбыҙ ауылы балалары һикерешеп менеп тә ултырҙы, күңелдәре күтәрелде, әйтерһең, «Диснейленд»ҡа алып барғандар үҙҙәрен.
Был сабыйҙар үҫеп еткәс, ауылда барлыҡҡа килгән майҙансыҡта тәүге тапҡыр кәкүк өйгәндәрен, тауҙан шыуып төшкәндәрен һағынып иҫләр һәм Сания инәйҙәрен мотлаҡ иҫкә төшөрөр: шул инәй арҡаһында булғайны бит беҙҙең шатлыҡ.
М. ИЛЬЯСОВ
Читайте нас: