Все новости
Ҡыуаныслы ваҡиға
10 Октября 2019, 11:45

Сығым аҙайҙы

Совет заманы ниңә бар нәмәне нығыраҡ эшләмәне икән, бер нисә тиҫтә йылға ғына етте төҙөгәне. Һыу торбаларын ғына ал - ауылдарҙа иң башты ауырттырғаны шул һыу системаһы, ата-бабалар уны ныҡлап, бер быуатҡа етерлек итеп һалһа ни булған?

Таймаҫ силсәүитенә ҡараған ауылдарҙа ла шул һыу проблемаһы, тик улар үткәнде ҡарғап ултырмай, ҡулдан килгәнсә торбаларҙы ямай, алмаштыра.

Иляс ЮЛДЫБАЕВ, Таймаҫ ауыл советы хакимиәте башлығы:

- Ҡышҡылыҡҡа әҙерләнеү эштәре бара. Аҫҡы һәм өҫкө Таймаҫта 298 метр оҙонлоғондағы серегән һыу торбаларын яңы пластикка алмаштырҙыҡ. Бында алты, ә Ялсыҡайҙа 3 тишелеп һыу ағып ятҡан тишектәрҙе яманыҡ. Былар барыһы ла “Реаль эштәр” программаһына ярашлы эшләнде. Күмертауҙағы “Стройсервис” шәхси эшҡыуар башҡарыуындағы был эшкә барлығы 210 мең һум аҡса тотонолдо, шуның 175 меңе программа буйынса бирелһә, ҡалғаны урындағы хакимиәттән. Эштәр аҙыраҡ оҙаҡҡа һуҙылды, сөнки алмаштырған торбалар ныҡ тәрән урынлашҡайны һәм ер ишелеп тик торҙо. Шулай ҙа барыһын да ыңғай атҡарып сыҡтыҡ, соҡорҙарҙы күмеп тә ҡуйҙыҡ. Мин ауыл советы хакимиәте башлығы булып дүрт йыл эшләү дәүеремдә барлығы 1316 метр серегән һыу торбаларын яңы пластик торбаларға алмаштырыуға ирештек. Етмәһә, иң хәүефле, ямау өҫтөнә ямау һалынған торбалар ине. Хәҙер яйлап ямап бөтөп барабыҙ, ошо сәбәпле һыуға сығымдар аҙайыуы ла ҡыуандыра.

Айгөл ХАЛИҠОВА
Читайте нас: