Все новости
Ҡыуаныслы ваҡиға
15 Октября 2019, 12:11

Айбулат, беҙ бик шат!

11 октябрҙә, Республика көнөндә, Өфөнөң «Аҡбуҙат» ипподромында «Терра Башкирия» ат ярышы турнирының финалы үтте. Был сара Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығы уңайынан үткәрелде. Унда һайлау турын үткән 12 райондың ат сабышыусыһы ҡатнашты. Көйөргәҙе данын Яҡшымбәт силсәүитенән Айбулат Әбдрәхимов яҡланы.

Финал турниры ике этапта үтте. Беренсе этапта 12 ат сабышсы үҙ-ара ярышырға тейеш булһа, икенсе этапта беренсе булып килгән жокей иң аҙаҡ килгәндең аты менән, икенсе килгәне иң һуңғынан алдараҡ килгәндең аттарын алып, һәм артабан шул уҡ тәртиптә ярышырға тейеш инеләр. Әйткәндәй, ярышта ҡатнашыусыларҙың барыһы ла «Аҡбуҙат» ипподромы аттарында ярышты. Турнирҙың приз фонды 750 мең һум тәшкил итте. Еңеүселәр бөтә этаптарҙың һөҙөмтәләре буйынса билдәләнде.

Шулай итеп, беҙҙең Айбулат бөтә этаптарҙы ла уңышлы үтте һәм икенсе урын яулап, 90 мең һумлыҡ призға лайыҡ булды. Тәүге урынға сығыусы Күгәрсен районы ат сабышыусыһы 150 мең һум алды. Өсөнсө урынға Хәйбулла районы сыҡты, уларға 60 мең һум аҡса эләкте.

Республика буйынса, 12 район араһында 2-се урын алыу — үҙе бер мәртәбә. Афарин, Айбулат, беҙ бик шат!

Розалия НАЗАРОВА
Читайте нас: