Все новости
Ҡыуаныслы ваҡиға
21 Февраля 2020, 11:42

Миҙалдың икенсе яғы ла бар...

19 февралдә Өфөлә 50 күп балалы әсә дәүләт наградаһы — «Әсәлек даны» миҙалы менән бүләкләнде. Уны Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров исеменән Башҡортостан Хөкүмәтенең беренсе вице-премьеры Андрей Назаров тапшырҙы.

19 февралдә Өфөлә 50 күп балалы әсә дәүләт наградаһы — «Әсәлек даны» миҙалы менән бүләкләнде. Уны Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров исеменән Башҡортостан Хөкүмәтенең беренсе вице-премьеры Андрей Назаров тапшырҙы.
«Әсәлек даны» миҙалы 1998 йылдан алып бирелә башлаған һәм ул 8 меңдән ашыу әсәгә тапшырылған да инде. Республикала әлеге көндә 50 меңдән ашыу күп балалы әсә көн итә. Уларҙың ғаиләһендә 160 меңдән ашыу бала тәрбиәләнә.
«Әсәлек даны» миҙалын Көйөргәҙенән Фая Әйүп ҡыҙы Ғәлиева, Эльвина Рауил ҡыҙы Денисова, Альфира Мөхәмәт ҡыҙы Ниғмәтуллина һәм Күмертауҙан Гөлназ Миңлеғәли ҡыҙы Сабанчина, Венера Николай ҡыҙы Сабирова алдылар.
«Әсәлек даны» миҙалына лайыҡ булыусы әсәләр тураһында ул көндө бар донъя һөйләне. Матур залда, матур кейенгән матур ҡатын-ҡыҙҙарҙы иң дәрәжәле түрәләрҙән башлап, ябай кешеләргә тиклем барыһы ла ҡотланы, һоҡланды, маҡтаны. Әсәләрҙең береһе — Сабанчина (Рахманғолова) Гөлназ миҙал алғандың икенсе көнөндә үк «Юшатыр» редакцияһына ҡунаҡҡа килеп китте һәм үҙенең тәьҫораттары менән бүлеште.
- Был миҙалды 2017 йылдан бирле юлланым. Унда йөрөттөләр, бында йөрөттөләр, шулайтып саҡ-саҡ юллап бөтөп ҡуйҙым. Бына, ниһайәт, бирҙеләр. Өфөгә барыр алдынан хакимиәткә саҡырып, башҡалаға нимә кейеп бараһың, ниндәй прическа эшләйһең, шул ҡиәфәттә килегеҙ, тәүҙә беҙ ҡарайбыҙ, тинеләр. Баҙарҙан барып, бурысҡа күлдәк алырға тура килде, прическа яһаттым - тегендә барғас, Күмертауҙа әсәләр шәп йәшәй икән тип һоҡланһындар. Мин үҙем Кинйәабыҙҙан, бишенсе бала тыуғас, ҡалаға күсеп килдек. Кинйәлә эш тә юҡ, мәктәп тә юҡ, ФАП-ҡа ла фельдшер ситтән килеп кенә йөрөй. Бәләкәй балам йыш ауырығас, ҡалала яҡшыраҡ булыр, тип уйланым. «Әсәлек капиталы»на Күмертауҙағы дөйөм ятаҡтан бүлмә алдым. Ул ваҡытта саҡ ҡына уйламағанмын, башҡа төрлө торлаҡ алырға булған, хәйер, мин алғанда фатирҙар ныҡ ҡыйбат ине, әле генә хаҡтар төштө — Күмертауҙа ла эш булмағас, фатир ҙа арзан. Бүлмәбеҙҙә пропискала 7 кеше торабыҙ, коммуналка өсөн түләү ҡот осҡос ҡыйбат. Субсидия юллайым тиһәң, һәр береһенең документы, әллә күпме справкалар кәрәк, уны юллауҙың эше ныҡ ҡатмарлы. Иң ҙур улыма 23 йәш. Ул Себерҙә эшләп йөрөй. Ике ҡыҙым кейәүҙә инде, икенсегә өләсәй булырға торам. Бер балам мәктәптә уҡып йөрөй. Бәләкәй улым йыш ауырый, поликлиникаға барһам, гел түләүлегә ебәрә лә ултыралар. Ниңә дәғүә белдермәйһегеҙ тиһегеҙ ҙә ул, беҙ - күндәм халыҡ, нимә әйтәләр, шуны тыңлап өйрәнгәнбеҙ. Күмертауҙағы «Ғаилә үҙәге»нә йөрөйбөҙ, унда: «Иң ҙур хыялың нимә?» - тип һораған булғайнылар. Мин: «Үҙемдең айырым фатирым булһын ине», - тинем. Тегеләр бер нимә тип тә өндәшмәне. «Әсәлек даны» миҙалына ҡушып 15 мең һум аҡса ла бирҙеләр. Ул миҙалдан бер ниндәй файҙа ла юҡ инде. Пенсияға әҙерәк иртәрәк сығырға ярҙам итә, шуныһы ғына. Фатир алырға сиратҡа торған булғайным да ул, уныһы ҡасан килеп етер. 190-сы булып торам. Йыл һайын 2 кешегә генә бирәләр, - тип һөйләне беҙгә миҙалдың икенсе яғы тураһында Гөлназ Миңлеғәли ҡыҙы.
Фая ҒӘЛИЕВА (КИНЙӘБАЕВА), Иҫке Мораптал ауылы, 5 бала әсәһе:
- Ғаиләбеҙҙә 5 бала — 2 ҡыҙ һәм 3 ул тәрбиәләйбеҙ. Иң оло ҡыҙыма 13 йәш, иң кесе улыма 2 йәш. Өфөлә беҙҙе бик яҡшы ҡаршы алдылар. Миҙал тапшырыр алдынан сәк-сәк, ваҡ бәлештәр һәм сәй менән һыйланылар. Сара һуңынан барыбыҙҙы ла матур табын артына саҡырҙылар. Миңә барыһы ла бик ныҡ оҡшаны, ҡыуанып, дәртләнеп ҡайттым. Өфөгә генә барып ҡайтһам да, үҙемде әллә ҡайҙа йыраҡҡа барғандай, бар донъяны күреп ҡайтҡандай тойҙом.
Читайте нас: