Ҡоролтай депутаты, Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе Гөлнур Ҡолһарина сәләмләне.
Беҙҙең ҡаланан һәм районыбыҙҙан барған ҡыҙҙарыбыҙ дипломдар һәм сәскәләр менән бүләкләнде. “Хазина” төркөмөнән Миңзиә Уразбаева менән Гөлбикә Биктанова махсус призға – күҙ ауырыуҙары белгесенә күренеү өсөн бушлай сертификат менән бүләкләнделәр. Фәрзәнә Әбсәләмова “Өлкән быуын араһында иң әүҙем йәмәғәт эшмәкәре” номинацияһында еңеп, дипломға лайыҡ булды.
- Республика күләмендә үткән бик матур сарала ҡатнашып ҡайтыуыбыҙға һис шикһеҙ шатбыҙ. Рәхәтләнеп аралашып, башҡа район һәм ҡалаларҙың гүзәл заттары менән танышып ҡайттыҡ. “Арғымаҡ” төркөмө, Вәхит Хызыров, Тимур Рамаҙанов һәм башҡа күренекле артистар ҡатнашҡан матур концерт та күңелебеҙгә май булып яғылды.
Ҡатын-ҡыҙҙар байрамы алдынан беҙгә баш ҡалабыҙға барып ҡайтыу мөмкинлеге булдырған район хакимиәте башлығы Юлай Ильясовҡа, уның эштәр идарасыһы Әлфиә Ханбәковаға, “Йәшлек” мәҙәниәт йорто директоры Зөлфирә Эйтерникка ҙур рәхмәтлебеҙ. Шулай уҡ беҙҙе алып барып, бәлә-ҡазаһыҙ ғына кире алып ҡайтҡан водителебеҙ Азамат Хажиморатовҡа йылы һүҙҙәребеҙҙе әйтәбеҙ. Уларға һаулыҡ һәм уңыштар теләйбеҙ, - ти Аҡһары ауылының “Хазина” төркөмө ҡыҙҙары.