Алина ИСМӘҒИЛОВА:
- Ғаиләбеҙгә сертификат тапшырғандары өсөн район хакимиәтенә сикһеҙ рәхмәттәребеҙҙе еткерәбеҙ. Беҙ үҙ сиратыбыҙҙы 2009 йылдан бирле көттөк. Йыл да документтар йыйылмаһын яңыртып өмөтөбөҙҙө өҙмәнек.
Кем беҙгә ярҙам иткән һәм беҙҙең өсөн шат барығыҙға ла ҙур рәхмәт.