Резеда Сәфәрғолова:
- Беҙҙең өсөн ҡыуаныслы ваҡиға, 11 йыл көткәндән һуң дәүләт ярҙамында йәшәү шарттарын үҙгәртә алабыҙ, әле тормош иптәшем Булат менән варианттар эҙләү менән мәшғүлбеҙ. Ғаиләлә 2 ҡыҙ һәм 1 малай тәрбиәләйбеҙ. Торлаҡ шарттарын яҡшыртыу өсөн, 2-се бала тыуғас, 2009 йылда республиканың “Йәш ғаилә” программаһында теркәлгән инек, һуңынан “Торлаҡты киңәйтеү” федераль программаһына күсерҙеләр. Хәҙер бит йәштәргә еңелдән түгел, шуға күрә йәш ғаиләләргә бындай ярҙам итеүҙәр кәрәк һәм улар күберәк булһа ине. Ғаиләбеҙ исеменән Күмертау ҡалаһы хакимиәте башлығы Олег Фроловҡа, торлаҡ бүлеге етәксеһенә рәхмәттәр еткерәбеҙ!