Все новости
Ҡыуаныслы ваҡиға
25 Апреля 2020, 11:00

Халыҡҡа файҙа булһын

Ошо көндәрҙә буласаҡ заводҡа кәрәкле ҡорамалдар алып ҡайтҡандар ҙа инде. Был турала беҙ район хакимиәтенең эшҡыуарлыҡ буйынса урынбаҫары Тимур Иҙрисовтан һораштыҡ.

Әле Илкәнәй ауыл советына ҡараған ауылдарҙа 250 баш тирәһе һыйыр малы бар, фермер Илшат Мәзитовҡа ла ҙур өмөт бағлайбыҙ. Уның малдарын да ҡушһаң, һөт 350 баш тирәһе һыйырҙан йыйыласаҡ. Шулай уҡ Ҡансыра фермеры Светлана Бүкәнбаева ла Илкәнәйҙәге завод менән хеҙмәттәшлек итергә әҙер икәнен белдерҙе. Бөгөн унда 100-гә яҡын баш мал бар. Барлығы көнөнә 4,5 тонна һөт йыйыласағы планлаштырыла. Әгәр ҙә завод 8 сәғәт эшләһә, план буйынса 3 тонна һөт эшкәртеү ҡеүәте бар, ә 10 сәғәт эшләһә, 4,5 тонна һөттө эшкәртәсәк. Барыһы ла яҡшы булыр, тип өмөтләнәбеҙ. Иң мөһиме - халыҡҡа файҙа булһын, - ти Тимур Насибулла улы.
Тулы материалды гәзиттә уҡығыҙ.
Читайте нас: