- Мине хөрмәтләп, ҙурлағандары өсөн әлбиттә ҡыуандым. Быға тиклем дә тырышып донъя көттөк, хәҙер күңелдәр тағы ла нығыраҡ дәртләнеп китте.
Йәш ғаиләләргә лә шуны әйтер инем: Бер-береһен аңлап, бер-береһен күтәреп, ихтирам итә белһендәр. Беҙҙең һымаҡ күп итеп балалар тәрбиәләп үҫтерһендәр. Балалар - тормош сәскәләре, улар беҙҙең киләсәк.