- Мәсьәлә, ысынлап та, ҡырҡыу тора. Проблеманы күтәреп, ҡайҙа ғына мөрәжәғәт итмәнек - файҙа юҡ. Бер нимә лә эшләнмәй, нисек саң туҙған, һаман шулай борхой. Бигерәк тә ҡеүәтле ҙур машиналар үтһә, ярты ауыл саңға күмелә. Ел ваҡытында әйтерлек тә түгел, ауыл өҫтөндә ҡом бурандары уйнай. Асфальт түшәлһә, шәп булыр ине лә бит, әммә ул ҡиммәт, үҙебеҙҙең генә хәлдән килерлек түгел. Был юл Көйөргәҙе районыныҡы түгел, ә Мәләүезгә ҡарай, тиҙәр. Юл Мәләүездеке, туҙаны - беҙгә. Районыбыҙҙан килеп, грейдер үтеүен үтә лә ул, әммә ул ғына проблеманы хәл итерлек түгел, - ти Йомағужа ауылы старостаһы Заһит Сафин.