Все новости
Ҡыуаныслы ваҡиға
16 Июня 2020, 17:30

Һөйөнөс

Беҙҙең ауылдаш, мәрхәмәтле, миһырбанлы, изге күңелле, ярҙамсыл, ауылы өсөн янып йәшәгән, бөгөнгө көндә алыҫ Себер тарафтарында, Когалым ҡалаһында йәшәүсе Ялсыҡаев Мөхтәр Мөхәрәм улы Яҡут балаларына футбол уйнау өсөн кейемдәр тектергән.

Беҙҙең ауылдаш, мәрхәмәтле, миһырбанлы, изге күңелле, ярҙамсыл, ауылы өсөн янып йәшәгән, бөгөнгө көндә алыҫ Себер тарафтарында, Когалым ҡалаһында йәшәүсе Ялсыҡаев Мөхтәр Мөхәрәм улы Яҡут балаларына футбол уйнау өсөн кейемдәр тектергән. Бәләкәй генә якуттар өсөн был иң ҙур бүләк.
Мөхтәр Мөхәрәм улы! Барлыҡ Яҡут ауылы халҡы исеменән оло рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ. Һеҙгә иҫәнлек-һаулыҡ, ҡоростай сәләмәтлек, ғаилә именлеге, бәхетле оҙон ғүмер теләйбеҙ! Һеҙ яҡуттар өсөн ҙур терәк, ауыл халҡының ғорурлығы!
Рәхмәт һеҙгә, ҙур итеп!
Яҡуттар һеҙҙе ярата!
Ләйсән АҘНАБАЕВА
Яҡут ауылы
Читайте нас: