90-сы йылдар аҙағында уҡ Аҡһары ауылында газ торбалары үткәрелеп, тәбиғи газ йорттарға инде. Шул замандан ауыл халҡы рәхәткә күсте, утын, торф яғып, көл-ҡором йотоуҙан туҡтаны. Ул ваҡыттан ауыл да үҫте. 2000-се йылдарҙан Йәштәр, Дуҫлыҡ урамдары ҡалҡып сыҡты. Дуҫлыҡ урамы сағыштырмаса яңы урам. Бында 5 йорт төҙөлөп бөткән, 30 өй участкаһы бүленеп, межаланған. Электр энергияһы ла үткәрелгән. Ә ошо көндәрҙә, был урамда йәшәүселәрҙе ҡыуандырып, газ торбалары һалыу эштәре лә башланды.