- Был уҡыусылар өсөн генә түгел, районыбыҙҙың бөтә педагогтары өсөн ҡыуаныслы ваҡиға, - тип билдәләй Иҫке Мораптал мәктәбе уҡытыусыһы Рәмилә Ҡужаҡова шатлығы менән бүлешеп. – Үҙ тамырҙарын онотмаған һәм районыбыҙҙың мәктәп, балалар баҡсаларына ихлас күңелдән ярҙам иткән, битараф ҡалмағандарға рәхмәт. Төҙөкләндереүҙән башҡа беҙҙең уҡыу йортонда заманса балалар майҙансығы ла ҡуйыласаҡ. Башланғыс мәктәп бинабыҙҙа капиталь ремонт үткәреүҙе ойоштороуҙа ҡатнашҡан бар кешеләргә сикһеҙ рәхмәт. Оҙаҡламай беҙҙең кластар яңы төҫ менән балҡыр.