Документ эштәрен башҡарыуҙа ҙур ярҙам итеүсе Мораптал ауыл советы хакимиәте башлығы Аскар Кинжалеевҡа, ундағы белгестәргә рәхмәтлемен. Дәүләт экспертизаһы эшләнгән саҡта, документ эштәренә күп төҙәтмәләр керетеп, уны ваҡытында ебәреп торорға кәрәк ине, улар быны теүәл башҡарып, ваҡытында тапшырып торҙолар. Шулай уҡ, башланғысыбыҙға битараф булмаусы, беҙҙе һәр саҡ хуплап тороусы район хакимиәте башлығы Юлай Ильясовҡа, район мәҙәниәт бүлеге начальнигы Ләйсән Нуриәхмәтоваға, РФ Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаровҡа, конкурсҡа ғариза биреүҙә ярҙам ҡулын һуҙған “Йәшлек” мәҙәниәт йорто юристы Елена Шепелеваға һәм башҡаларға оло рәхмәтемде белдерәм, - ти Ғәзиз Әлмөхәмәтов музейы директоры Альфира Ниғмәтуллина.