Бөтә яңылыҡтар
Ҡыуаныслы ваҡиға
30 Декабрь 2020, 14:30

Тик алға ғына

Уҙып барған йылдың һәйбәт яңылығы районыбыҙ егеттәре менән тағы бер тапҡыр ғорурланырға сәбәп булдырҙы. Зәк-Ишмәт ауылы егете, йәш эшҡыуар, КФХ етәксеһе Нурислам Усманов, «Алтын көҙ – 2020» 22-се бөтә Рәсәй агросәнәғәт күргәҙмәһендә ҡатнашып, алтын миҙалға лайыҡ булды!

Инзилә УСМАНОВА, Нурисламдың тормош иптәше:
- Беҙ, Нурислам менән 10 йыл бергә, өйләнешкәнебеҙгә 9 йыл. Мин уны тик ыңғай яҡтан һүрәтләр инем, тоғро тормош иптәше, хәстәрлекле атай, өлгөлө ғаилә башлығы, беҙҙең өсөн терәк-таяныс, балалары өсөн өҙөлөп тора. Әлеге көндә ҡалала йәшәйбеҙ, ике балабыҙ бар, улыбыҙ Искәндәр 1-се синыфта уҡып йөрөй, ҡыҙыбыҙ Лилиәгә 5 йәш. Нурислам көн һайын иртән ауылға ҡайтып китә лә, кис еткәс эштәренең осона сығып ҡайтып керә. Арыйҙыр инде, ләкин арығанын беҙгә күрһәтмәй, гел ауыҙы йырыҡ, күтәренке кәйеф менән йөрөй. Тырыш кеше булараҡ, өйҙә тик кенә ултырырға яратмай, ҡапыл ғына уйлай ҙа, хыялдарыбыҙҙы тормошҡа ашырып та ҡуя. Ял көндәрен дә буш уҙғармайбыҙ, сәйәхәт итәбеҙ, яңы ерҙәр күреп йөрөп ҡайтабыҙ. Был бүләкләүҙе ишеткәс, ышанып бөтмәй аптырап ҡалдыҡ, шулай ҙа тормош иптәшем был миҙалға лайыҡтыр тип уйлайым, хәҙер балалар менән матур табын ҡороп, уның эштән ҡайтҡанын көтөп, ҡотларға әҙерләнәбеҙ.
Тулы материалды "Юшатыр"ҙың 1-се һанында уҡығыҙ.
Читайте нас