Рима Әбдрәхимова,Молокан ауылы:
- Тормош иптәшем Рүзил менән ҡыуанысыбыҙҙың сиге юҡ, беҙгә ҙур уңыш йылмайҙы тип һанайбыҙ беҙ.
Сөнки 2019 йылда, документтар юллап ҡараныҡ, тик нимәгәлер юлыбыҙ уңманы. Былтыр яңынан был программаға эләгеү теләген белдерҙек һәм бер йыл үткәс ошо сертификатты алып ҡыуандыҡ. Уның төҙөлөшкә, йәки әҙер торлаҡ һатып алыуға ҡулланырға мөмкин, беҙ әле төрлө варианттар ҡарайбыҙ. Мин тыумышым менән Мәләүез районыныҡы, иптәшем Көйөргәҙе районыныҡы. Шуға ике вариантты ла ҡарайбыҙ. Үҙебеҙгә терәк-таяныс булырҙай өс бала тәрбиләйбеҙ, ҙур улыбыҙға 12 йәш, икенсе улыбыҙға 5 йәш, ҡыҙыбыҙға 2 йәш ярым. Икебеҙ ҙә эшләп йөрөйбөҙ. Молоканда йортобоҙ ҙа бар, тик балаларҙы үҫештереүгә шарттар юҡ шул, Маяҡ ҡасабаһына йөрөп уҡыйҙар, унда уҡырға бирергә теләмәнек, шуға күрә ҙур улыбыҙ Мәләүез ҡалаһында 6-сы класта уҡып, өләсәйҙәрендә йәшәй. Беҙҙең хыялдарҙы тормошҡа ашырырға ярҙам иткәндәре өсөн, Район хакимиәтенә ҙур рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ.