Иҫке Мораптал ауылының "Аҡбуҙат" балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүсеһе Азалия Нурфәйезова "Һаумы, һаумы, әкиәт!" төбәк-ара конкурсында ҡатнашып, Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фондының махсус призына эйә булған. Етәксеһе Ғүмәрова Земфира Хәниф ҡыҙы менән ошо уңайҙан Өфөгә барғандар. Унда үҙҙәре яратҡан Тыр-Тырҙы осратҡандар, ул да әкиәт геройы бит инде торғаны менән. Былай ҙа күңелле мәл, тағы ла ҡыҙығыраҡ булып киткән.
Әкиәттәрҙә тик яҡшылыҡҡа өйрәтәләр, артабан да Азалияға ла, барлыҡ Мораптал донъяһына ла, бары тик яҡшылыҡҡа юлығып, матур әкиәт илендә йәшәргә насип булһын.