- Ағинəйҙəребеҙ ойошмаһында 10 кеше йөрөй. Барыһы ла əүҙемдəр, ҡорбан ашына берҙəм булып, шунда
уҡ мул табын əҙерлəнелəр. “Рамаҙан” мəсете имам-хатибы Азат хəҙрəт Хəлилов та килде. Барыһы ла ямғыр яуғанға шатланып, ҡөръəн уҡып, изге телəктəр телəнелəр. Изге эш башҡарып ҡорбан салыусы Ғəзим менəн Гөлнур Абдуллиндарға, ағинəйҙəребеҙгə рəхмəттəремде еткерəм. Килəсəктə лə берҙəм булып, изге эштəр генə ҡылып йəшəргə яҙһын.