Ҡыуаныслы ваҡиға
10 Июня 2021, 05:54

Йонсоған юл

Иҫке Отрада- Яманғол юлы үҙ ғүмерендә күпте күргән юл. Арыған, йонсоған, туҙған. Әллә күпме әҙәм аяғын да, техника тәгәрмәстәрен дә үҙе аша үткәрҙе. Был турала былтыр уҡ район башлығына әйттеләр: йөрөр әмәл ҡалманы, сараһын күрегеҙ.

Башлыҡ вәғәҙә итте: быйыл уҡ тотонабыҙ. Тик тормош гел беҙ уйлағанса ғына барамы, былтыр килеп сыҡманы. Бар эштәр быйылға ҡалды. Тиҙҙән, ысынлап та, Яманғол юлына тотонасаҡтар. Әле ауылдың үҙендәге карьерҙы рәсмиләштереү бара - әллә ҡайҙан ҡырсын эҙләп йөрөйһө булмаясаҡ. Өфөнән булған ойошма отҡан тендерҙы, хаҡы 7,5 миллион һум. Юлдың оҙонлоғо - 9,8 км. Йонсоған юлға тиҙҙән хәл керер тип, көтөп ҡалабыҙ.
Читайте нас