Свободала хәлдәр шулайыраҡ, ә бына Яҡут ауылы бөгөн ҙур ҡыуаныс кисерә: ауылда магазин булды. Тауар, тоҙ-шәкәр кәрәк тип хәҙер аръяҡҡа - Морапталға сығып йөрөргә кәрәкмәй, хатта ҡалаға Магнит, Светофорҙарға ла сабырға кәрәкмәй, бөтәһен дә үҙҙәрендә алырға буласаҡ. Магазинда йәнең ни теләй, барыһы ла бар, хаҡтары ла һәйбәт кенә. Уларҙы береһе лә шаҡармай.