

Лагерь етәксеһе мин булдым. Беҙҙе Кинйә-абыҙ ятарына сәйәхәт ойоштороп, алып барыусы Раил Араптановҡа ҙур рәхмәт. Районыбыҙҙың иҫ китмәле матур ерҙәрен күрһәтеп алып ҡайтты ул, уҡыусыларға ла бик оҡшаны, рәхәтләнеп ял иттеләр. Конкурста, беҙ, тап Кинйә яҡтарына барған күренештәрҙе ебәреп ҡатнаштыҡ та.
Сараны ойоштороусыларға ҙур рәхмәт, бик ҡыуандыҡ. “Юшатыр” гәзитенә, "Рим-Шәфҡәт тур" туристик агенствоһы етәксеһе Урал Нуриевҡа рәхмәт. Киләсәктә лә төрлө ерҙәргә сәйәхәттәр ҡылыу өсөн бик шәп бүләк алып ҡыуандыҡ.
Физкультура көнөнә арналған материал үткән һанда баҫылды.