+21 °С
Дождь


Быйылдан Абдул ауылының тормошо әлегенән дә яҡшырасаҡ, бында өр яңы һыу башняһы ҡуйҙылар. 620 метр торбаны ла алмаштырҙылар, пластикка. Һыу проблемаһы йыл да алҡымдан ала, быйыл бигерәк тә тәҡәтте ҡоротто, йәй ныҡ ҡоро килде. Әле, яңы башняны ҡуйғас, Абдул бөтөнләй икенсе булып китте, ҡороп барған гөлгә һыу һипкән кеүек, үҙе лә йәшәрҙе, әйтерһең.