

Балаларҙы Михайловка ауылынан көн дә ике рейс алып килә торғайныҡ, сөнки ул 10 урынлыҡ ҡына ине, ә балалар һаны унда 16. Хәҙер яңы, заманса, 16 урынлыҡ автобуста бер тапҡыр ғына юллаясаҡбыҙ. Элекке автобусыбыҙҙы ла водителебеҙ Нәжил Ишмөхәмәтов алып ҡайтҡайны, быныһын да уға алып ҡайтырға насип булды. Автобусты тәрбиәләп кенә ҡарап, һәр ваҡыт таҙа тотҡан, тәжрибәле водителебеҙ Нәжил Камил улы киләсәктә лә үҙ эшен яратып башҡарыр һәм автобусыбыҙҙы балалар мәнфәғәтенә ҡәҙерләп ҡулланыр тип ышанам. Уҡыусыларыбыҙға тик имен генә сәфәрҙәр насип булһын, - ти Зәк-Ишмәт мәктәбе директоры Әлфиә Рәхимова.
Зәктәрҙең шатлығы хаҡында "Юшатыр"ҙың бөгөнгө һанында баҫылды.