

Шуға, "Мәғәриф" милли проекты буйынса, спортзалға ремонт яһатырға булдыҡ. Экспертиза үткәргәндә ремонтты яҡынса миллион һумға баһалағайнылар, тик әлегә төҙөлөш материалдарына хаҡ артыу сәбәпле, стеналарына һәм түбәһенә теймәй, иҙәнен генә алмаштырырға тигән ҡарар сығарылды һәм был эштәр өсөн барлығы 450 мең 825 һум аҡса бүленде. Иҙәнде алмаштырыу эштәре 15 октябргә тиклем тамамланырға тейеш ине, тик материалдар етмәү сәбәпле бөгөн эштәр туҡталып тора. Әле бына, эштәрҙе тиҙерәк тамамлауҙарын һорап подрядсыға хат яҙып ултыра инем. Алдағы йылдарҙа стеналарын һәм түбәһен дә ремонтларбыҙ, Алла бирһә.
Яҡуп ауылындағы яҡшы үҙгәрештәр хаҡында үткән һанда баҫылды.