Беҙ барыуға газовиктар тыж та быж килеп эшләп тә йөрөй ине, аҡса ғына булһын, улар ни һәғәт тә эшләй. Ләлә инәй үҙе залында ултыра, янында электр йылытҡысы, ишек шыптыр менән көпләнгән.
- Ә ашарға нисек бешерә инең ошоға тиклем?
- Газ баллонын биреп ебәрәм дә, Ермолаевканан тултырып алып ҡайта инеләр, уныһы ҡыш көнө туңа ла ҡуя. Утын алырмын тип торһам, котелды ҡуйҙырырмын инде,- инәй беҙҙең йүпәтләүгә лә бирелде, алдан да әйткән булғандар, яфаланып утын ташып йөрөһөңмө, котел ҡуйҙырҙың, борғосон бороп ҡына йылы ебәр ҙә ултыр.
Ләлә Тимербаеваның, хушлашыр алдынан, күҙҙәре йәшкәҙәне.
- Тыуған көнөмдө төрлө ергә һибелгән уҡыусыларым ҡотланы, бына силсүәит килде. Береһенә лә кәрәкмәймен тип ултырһам.... Тимербай халҡы һәйбәт ул. Юшатырға ҙур рәхмәт, Н. Савенковаға ла рәхмәтемде еткерегеҙ - һеҙ булмаһағыҙ....
Һаулыҡ ҡына булһын, инәй, йәшә әле, һин беҙгә бик кәрәк.