Все новости
Ҡыуаныслы ваҡиға
8 Ноября 2021, 13:59

Я Рабби

https://youshatir.ru/articles/borsouly-kh-l/2021-06-03/tishek-tosho-2365095  Был юлдан аҙнаһына ике рәт үтәбеҙ. Үткән һайын доғаһыҙ булмай ине -  РПЛИ янындағы юл ныҡ ҡурҡыныс ине. Бер мәл батып та ултырҙыҡ, Йәмил Рафиҡов абзый, ярай әле, егеттәрен йыйып, этеп сығарҙы.

Я Рабби
Я Рабби
Йәй башында, аптырағас, ҡырсын да түшәп ҡаранылар, кемдер, балаһы интернатта уҡыған мәрхмәтле кеше, алып килеп ауҙарған (рәхмәт), ә түшәүен тәрбиәселәр үҙҙәре түшәне. Ләкин бының менән генә буламы ни, юл барыбер алама килеш ҡалды.
Я Рабби, ниһайәт, бында асфальт түшәп ҡуйғандар. Рәхәтлеккә түҙмәй, был араны ике ураныҡ  - машина шыуып ҡына бара. РПЛИ-ның тупһаһына тиерлек тип-тигеҙ юл. Кемдәр был рәхәтлекте килтергән, рәхмәт, аяҡ-ҡулдарығыҙ һыҙлауһыҙ булһын. 
Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: