Все новости
Ҡыуаныслы ваҡиға
10 Ноября 2021, 10:42

Күктән теләгәнде...

Интернет селтәрендә рейстарҙың фотолары ҡуйылыу менән халыҡта күп һорауҙар тыуҙы. Ни өсөн улай иртә йөрөй, ауыл халҡы таңғы алтыға эшен тамамлап автобусҡа сығып өлгөрмәй? Ни өсөн автобус Абдул ауылына килеп етмәй? Халыҡ әҙ йөрөһә, тағы туҡтатырҙармы? Автобусҡа хаҡтар нисек?Һорауҙар күп, быларҙың барыһына ла яуап эҙләп Мәләүез АТП-һы директоры урынбаҫары Владимир Михайловҡа шылтыраттыҡ, ул барыһын да еренә еткереп, ентекләп аңлатты. 

Күктән теләгәнде...
Күктән теләгәнде...
Әлфиә Кейекбаева:
- Үҙем күптән Күмертауҙа йәшәһәм дә, Абдул ауылында өйөбөҙ, туғандарыбыҙ бар, әнейем шул ауылдан. Әтейебеҙ үлгәне бирле, ауылға ҡайтып килеү ҙур бәләгә әйләнде. Ошоңарса, газель менән шәхси эшҡыуар кеше ташыны, 2021 йылдың март айынан бирле, ул да беҙҙең яҡҡа йөрөүҙән баш тартты. Был рейсты булдырыуҙары бик ҡыуаныслы, бик кәрәкле тип һанайым. Сөнки ауылдарҙа яңғыҙ йәшәгәндәр, машинаһыҙҙар етәрлек, уларға дарыу артынан ҡалаға барырға кәрәк, ауылдарҙа дарыуханалар юҡ бит. Хәҙер студенттар ҙа килеп өҫтәлде, уларҙың ауылға ҡайтып-китеп йөрөр өсөн, барыһының да шәхси машинаһы юҡ бит. Беҙҙең ауылға, бер яҡҡа ғына такси хаҡы 600 һум ине, уйлап ҡарағыҙ, ике яҡты һанаһаң 1200 һум, ә кеше нимә эшләһен, шул хаҡты түләп барып ҡайтыуҙан башҡа сара юҡ. Автобустар буш булмаҫ тип ышанам, халыҡ йөрөр. Рейстар булдырылыуы пенсионерҙар, студенттар өсөн бик шәп булғандыр. Автобустарҙың хаҡтары һәм йөрөү ваҡыттары ла уңайлы, тип һанайым, был да бик мөһим мәсьәлә.
Альбина Ғайсина:
- Беҙ үҙебеҙ Күмертауҙа йәшәһәк тә, Яҡуп ауылында ҡәйнәм йәшәй, Абдул ауылында туғандарыбыҙ бар. Минең уйлауымса автобустар буш булмаҫ, халыҡ йөрөр. Рейсты күргәс Абдулға барып етмәй икән тип уйлап күңел төшкән ине, аңлауыбыҙса автобус Абдул ауылына ла барып етәсәк. Беҙҙең ауылға такси хаҡы 600-650 һум ине, был барыһының да кеҫәһенә тура килмәй, шуға күрә автобус йөрөүе бик ыңғай күренеш.
Фотола Тимербай ауылы туҡталышы. 
Тулы материал гәзиттә үткән һанда баҫылды. 
Автор:Гөлнур Хөсәйенова
Читайте нас: