Ҡыуаныслы ваҡиға
1 Февраля 2022, 04:14

Яҡшымбәт, беҙ һинең менән

Ниһайәт, йыл буйы әҙерләнеп, төрлө сараларҙа ҡатнашып, әллә күпме көс һалып үткәргән сараны йомғаҡлайбыҙ. "Айыҡ ауыл"

Яҡшымбәт, беҙ һинең менәнЯҡшымбәт, беҙ һинең менән
Яҡшымбәт, беҙ һинең менән
Быйыл бөтөн ауыл биләмәләре лә ҡатнашты был мәртәбәле конкурста, һәр береһе беренселеккә сығырға ынтылды. Еңеүсе, нисек кенә теләмәйек, күп булмай, берәү генә була. Һәм быйыл ул - Яҡшымбәт.
3 урындарҙы 3 ауыл бүлеште - Ҡыҙыл Маяҡ, Кинйә-Абыҙ, Кинйәбай. Икенсе урын Зәк-Ишмәт халҡында. Афарин, егет-ҡыҙҙар, беҙ был сараларҙың барыһында ла тиерлек булдыҡ, үҙ күҙҙәребеҙ менән күрҙек, яҙҙыҡ, бигерәк шәпһегеҙ. 
Беренсе урынды яулаған Яҡшымбәт ауылы, шулай итеп, республика кимәленә сыға. Һынауҙары, тимәк, әле алда, беҙ һеҙҙең менән, яҡшымбәттәр, бергә булһаҡ, еңербеҙ - уңыштар!
Ә уңарсы Яҡшымбәтте бүләктәр көтә. 50 мең һум аҡса һәм һимеҙ генә һарыҡ. Был һарыҡты фермер Дамир Хәйбуллин бирергә булған - яҡшымбәттәрҙең әүҙемлеген, берҙәмлеген күреп һушы киткән дә ошолай бүләк бирергә ҡарар иткән.
Конкурс бөттө, конкурс дауам итә: миллион һумдарға табан артабан киттек. 
Автор:Дим Ильясов
Читайте нас