Все новости

Түҙгәнгә бирә

Көтә белгәнгә бирә тигән кеүек, Башҡорт ихатаһы беҙгә лә килеп етте, буғай. 

Түҙгәнгә бирә
Түҙгәнгә бирә
Күмертау былтыр ошо программа буйынса барыһын шаҡ ҡатырғайны - иң ҙур сумма беҙҙең ҡалаға эләккәйне. Быйыл иң күп аҡса беҙҙә түгел, шулай ҙа кеҫәләрҙе киң тоторға була - 47,8 млн. һум. Был суммаға 2,4 млн. һум урындағы бюджеттан һәм был ихаталарҙа йәшәгән кешеләрҙән йыйылған аҡсанан өҫтәләсәк (481 мең һум). 
Йәмғеһе 3 ихата заманса төҫ аласаҡ, бына әле Урау юлы, 1 адресы буйынса эштәрҙе башлап торалар. Ер аҡтарыла, тупраҡ ситкә сығарыла, техника эшләй, шәхси машиналар урам буйлап ҡуйылған, эштәр тамамланғансы автомобилдәр шулай берәҙәк тормош менән йәшәйәсәк. 
Хәйерле сәғәттә, трактор-машина тауыштары йәй буйы тынмаҫмы, был эштәр халыҡты ныҡ маҙаһыҙлармы  - түҙербеҙ. Түҙгәнгә лә бирә тиҙәр. 
Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: