Все новости
Ҡыуаныслы ваҡиға
20 Мая 2022, 07:51

Геройҙар мәктәбе

Беҙ бик йыш "Беҙҙең районда бер ауылдан 3 Советтар Союзы геройы сыҡҡан" тип ғорурланабыҙ, бындай уникаль күренеш башҡа бер ерҙә лә юҡ. Бәләкәй генә ауыл донъяға 3 батырҙы тыуҙырған!

Геройҙар мәктәбе
Геройҙар мәктәбе

Бүтән бындай хәлдәр булмаҫ та инде тигән уй бар ине. Кисәге көнгә ҡәҙәр.
Күмертауҙың М. Исҡужин исемендәге прогимназияһында кисә кис бер юлы 3 кешегә миҙал тағылды. Юҡ, Советтар Союзы геройы тигән исем бирелмәне, "Ал да нур сәс халҡыңа" миҙалы өс кешенең күкрәген биҙәне. Был ваҡиғаның шаһиты булған күптәр телен шартлатты - бындай хәлде әле күргән юҡ ине. БРГИ директоры Шайморат Тимербулатов ҡайтып киткәнсе ошоно теленән төшөрмәне:
- Баяғы, беҙҙең Баймаҡта был миҙалды йыл әйләнәһенә, күп булһа, бер-ике кеше алалыр, Ә бында.... Уны нисек итеп алырға була ул? - үҙенең буш күкрәгенә күҙ төшөрҙө, өмөтлө ҡараштарын Ҡоролтай президумы ағзаһы Фәнит Моратбаҡыевҡа йүнәлтте.
Һоҡланырлыҡ, хатта көнләшерлек тә шул. Ә быға тиклем прогимназия директоры Әнисә Түләгәнованың да ошо миҙал кавалеры икәнен белһәң, артыңа йығыл да кит.
Мәктәп уҡытыусылары Лилиә Әлибаева, Вәсилә Ғәбитова һәм Люциә Сөләймәнова - тап ошо шәхестәр кисә миҙал таҡты. Халыҡҡа нур сәскәне өсөн.
Геройҙар мәктәбе. Мөхәмәт ағайҙың исемен йөрөткән был уҡыу йортон ошолай тип атарға ла була. Афарин. Үҙегеҙ батыр, илебеҙгә лә бартырҙарҙы күберәк тәрбиәләргә насип итһен. Батырҙан бахыр тыумаҫ.

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: