

- Фатир алыу өсөн 9-сы класта уҡығанда сиратҡа торғайным. Əле миңə 23 йəш, БДУ-ның Стəрлетамаҡтағы филиалында филолог һөнəренə уҡып йөрөйөм. Быйыл аҙаҡҡы курстамын. Ҡулыма диплом алғас, Күмертауға ҡайтасаҡмын. Үҙ фатирымда йəшəп, шунда эшлəйəсəкмен. Мине тəрбиəлəп үҫтергəн, һəр ваҡыт ярҙам иткəн Абдул ауылында йəшəүсе Минзиə Əҙеһəмоваға ҙур рəхмəтлемен. Шулай уҡ фатир алыуҙа үҙ өлөштəрен индергəн районыбыҙ етəкселəренə лə рəхмəт һүҙҙəремде еткерəм. Мин бик шатмын, килəсəктə лə ҡыуанып, һөйөнөп кенə йəшəргə яҙһын.
Был ҡыуаныслы ваҡиға хаҡында тулыраҡ гәзиттең үткән һанында баҫылды.